Стәрлетамаҡ студенттары донъяуи интернет мөмкинлектәрен һынай

Нейроселтәрҙән виртуаль ысынбарлыҡҡа. Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы йәйге осорҙа ла донъяуи интернет мөмкинлектәрен һынай. Тиҙҙән ҡалала үтәсәк Ҡунаҡсыллыҡ форумында уларҙың сираттағы эштәре ҡулланыусыларға тәҡдим ителәсәк. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Был эскән килеш руль артына ултырыу һөҙөмтәһе. Ҡаршы юлға сығыу бер. Ә эҙемтәләре лә бит башҡаса тамамланыуы ихтимал. Айти хеҙмәткәрҙәрҙе иҫерек кеше күҙҙәрен имитациялаған күҙлектәр ярҙамында алкоголь ҡулланып машина менән идара итеүҙең ниндәй осраҡҡа килтереүен күрһәтә. Статистика буйынса ла илдә аварияларҙа һәләк булған һәр бишенсе кеше ғүмере иҫерек водитель намыҫында.

Бындай проект ярҙамында ҡулланыусылар иҫерек килеш руль артына ултырыуҙың нимәгә килтереүен күрә алабыҙ. Автоһәүәҫкәрҙәр өсөн был асыҡ миҫал булып тора. Виртуаль ысынбарлыҡ ярҙамында боҙолған юл ҡағиҙәләрен төҫмөрләргә була.

Илья Компанеец, Өфө фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалының ғәмәли информатика һәм программалаштырыу кафедраһы лаборанты

Виртуаль ысынбарлыҡ алымы - мәғарифтағы һөҙөмтәле һәм инновациялы технологияларҙың береһе. Компьютерҙы ҡулланыуҙың был яңы ысулы өс үлсәмле мөхит тәьҫирен тыуҙыра. Унда уҡыусы интерактив режимда виртуаль объекттар менән эшләй. Был иһә ысынбарлыҡ тойғоһон барлыҡҡа килтерә. Бөгөн донъяуи киңлектәрҙә киң таралған нейроселтәр ҙә һынала. 30 секунд самаһы картинаны йыйыу өсөн ярты көн ваҡыт китә. Үҙебеҙҙең милли контентты эшләү ҙә бер ни тормай.

Әйткәндәй, әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ айтишниктары киләһе аҙна ҡалала үтәсәк ҡунаҡсыллыҡ фестивалендә ҡатнашырға әҙерләнә. Уларҙың эштәрен форумдың төп сәхнәһендә күрһәтелергә тейеш. Әлеге ваҡытта улар нейроселтәрҙең тиҫтәләп төрөн ижад иткән. Яҡын көндәрҙә милли стилдә булғанын да эшләү күҙаллана.

Азат Ғәлиуллин