Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы уҙғарылған сара быйыл Халыҡ-ара кимәлдә үтә. Фестивалдең тәүге көнө ылаҡ уйынынан башланды. Командалар төп приз бер миллион һум ға дәғүә итә. Шуға конкуренция ла юғары. Милли ат спорты ярышы буйынса финалға һайлап алыу этабын БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ла күҙәтте
Аҡтүбә өлкәһе командаһы тәүге минуттарҙан уҡ Баймаҡтарҙың ҡаҙанын ҡайнатты тиһәк бер ҙә хата булмаҫ. Ҡаҙаҡтар билдәләүенсә, уңыш сере ярышҡа профессиональ кимәлдә әҙерлектә - «Ылаҡ» Милли спорт төрө буйынса аҙнаһына кәмендә ике тапҡыр күнекмә яһауҙа. Башҡортостанға ла Төрлө чемпионаттарҙа еңеү яулаған спортсылар килгән, иң көслө, сыҙамлы аттар һайлап алынған.
Ылаҡ уйынында Башҡортостан, Мәскәү өлкәһе, Ҡаҙағстандан барлығы 11 команда ҡатнашырға теләк белдергән. Һайлап алыу этабын уңышлы үтеүселәр финал уйынға саҡырыла
Ылаҡ уйынында ғәҙәттә кәзә түшкәһе файҙаланыла. Әммә бөгөн һәр командаға Ҡаршы яҡтың ҡаҙанына ошондай муляж ырғытырға кәрәк, уның ауырлығы 35 кг. Ошоно иҫәпкә алып та уйындың ни тиклем көсөргәнешле булыуын төҫмөрләргә мөмкин
Башҡортостандан был спорт төрө буйынса Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Ауырғазы, Учалы райондары командалары сығыш яһаны. Ярышта ҡатнашыусылар билдәләүенсә, уйын бик көсөргәнешле, ылаҡты ҡалғандар тартып алырға тырышҡандар, уны үҙ ҡулыңда ҡалдырырға кәрәк
Башҡортостандың билдәле комментаторҙары яҡтыртҡан Ярышҡа йөҙҙәрсә кеше шаһит булды. Башҡорт аты фестивалендә улар республиканың төрлө райондарынан йыйылған, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре, сит ил ҡунаҡтары ла бар
Фестивалдең тәүге көнөндә Ауҙарыш уйыны ла үтте. Һыбайлы Көрәш буйынса өс ауырлыҡ категорияһында еңеүселәр билдәләнде. Ҡатнашыусылар араһында Әбйәлил районынан Ғәлим Яунбаев та булды. Яҡташыбыҙ Күгәрсен ҡушаматлы тоғро дуҫы менән фестивалдең барлыҡ ярыштарында ла яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән.
Башҡорт аты фестивале спорт ярыштары менән генә сикләнмәй. Мәртәбәле сараның тәүмаҡсаты башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үрсетеү. Был Башҡортостан сәйәсәте өсөн дә мөһим бурыстарҙың береһе. Быйыл июлдә Хөкүмәт тарафынан ғилми тикшеренеү институты ойоштороу тураһында Указға ҡул ҡуйылыуы тотош республика өсөн оло еңеү, оло ҡаҙаныш.
Иртәгә фестивалдең эшлекле программаһы сиктәрендә башҡорт тоҡомло аттарҙың генофондын камиллаштырыу буйынса попечителдәр советының тәүге ултырышы ла үтә. Ғалимдар менән берлектә Йылҡысылыҡты үҫтереү мәсьәләләре ҡарала
Башҡорт аты - халҡыбыҙҙың тоғро юлдашы, уң ҡанаты, даны һәм бренды. Күләмле фестиваль был һүҙҙәргә көс-ҡеүәт өҫтәй. Мәртәбәле сара сиктәрендә йылҡысылыҡ продукцияһын етештереү мәсьәләһе ҡарала. Шулай уҡ майҙанда ҡымыҙ бешеүселәр ярыша. Ҡунаҡтар ат сабышы, һыбайлылар парады һәм мәҙәни сараларға шаһит буласаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина