Экспозицияға килеүселәр башҡорт кинематографы үҫешенә тос өлөш индергән билдәле йәш рәссамдарҙың эштәре менән танышты. Күргәҙмәлә тамашасы киноның нисек тыуыуын күреү мөмкинлегенә иреште. Милли кинематографты булдырыусы ижадсылар араһында рәссамдарҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Тап улар тырышлығы, оҫталығы менән кинифильмдарҙың төп нигеҙен тәшкил иткән картина ҡорола