Ял көндәрендә юл полицияһы һыу буйҙарында дежур итә

Республика автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов социаль селтәрҙә яҙыуынса, патруль маршруттары халыҡ күпләп ял иткән урындарға яҡыныраҡ була. Төп маҡсат - аварияларҙы кәметеү, - тине ул. Ҙур трассаларҙа ла дежур экипаждар һаны  арттырыла.