Баймаҡта ял һәм мәҙәниәт паркы төҙөкләндерелә

Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡта Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркын төҙөкләндереү менән танышты. Эштәр 118 миллион һумға баһалана. Уның 80 миллионы республика ҡаҙнаһынан ҡаралған. Радий Хәбиров шулай уҡ ҡаланың үҙәк майҙанында булды. Бында эштәр ике этапта башҡарыла. Асфальт һалынған, видеокамералар, яҡтыртыу ҡоролмалары, эскәмйәләр урынлаштырылған. Бөгөн Радий Хәбиров Баймаҡ районында шулай уҡ "Башҡорт аты" фестивалендә ҡатнашты.