Радий Хәбиров Мерәҫ мәсетендә булды

Бөгөн Республика Башлығы  Радий  Хәбиров  Баймаҡ  районына  сәфәре барышында  Мерәҫ ауылында төҙөлгән мәсетте  ҡараны.  Уға  2013 йылда  нигеҙ  һалынған, әле эске биҙәү эштәре  бара.  Радий  Хәбиров  ауыл халҡы  менән әңгәмәләште.  Республика  Башлығы  Мерәҫтә  һыу  системаһын  ремонтлау  буйынса  тейешле  күрһәтмә  бирҙе. Киләһе йылда  ауылда  яңы  фельдшер-акушер пункты ла асыла.