Бөгөн илдә Төҙөүселәр көнө билдәләнә

Радий  Хәбиров төҙөүселәрҙе  һөнәри байрамдары  менән ҡотланы.  - Төҙөлөш тармағы хеҙмәтсәндәре - республикабыҙ ғорурлығы. Һеҙ миллионлаған  квадрат метр торлаҡ,  сәнәғәт, инженер,  социаль  объекттар төҙөйһөгөҙ.  Ил президенты  ҡуйған бурысты  лайыҡлы  үтәйһегеҙ.  2030 йылға  беҙ йыл  һайын  4 миллион  квадрат метр торлаҡ төҙөргә  тейешбеҙ. Фиҙәҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт тине, - Радий  Хәбиров. Төҙөүселәр көнө  йыл һайын августың икенсе йәкшәмбеһендә  билдәләнә. Байрам алдынан Башҡортостанда  алдынғы хеҙмәткәрҙәр бүләкләнде.