Проблемалы юлдар тәртипкә килтерелә. Был мөһим эштәр республикала сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Әлшәй районында Стәрлетамаҡ-Раевка йүнәлешендә лә юл ҡатламы яңыртыла. 16 саҡрымға һуҙылған проблемалы участкала эштәр барышын БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова күҙәтте.
Сөм-ҡара төҫтә ҡайнап торған асфальт-бетон ҡатнашмаһы юлдың беренсе ҡатына түшәлә.Юл төҙөүселәр алдында был эштәрҙе йәйге селләлә тиҙерәк тамамлап ваҡытында үтәү бурысы ҡуйылған. Сусаҡтау, Сатыртау, Нарыҫтау кеүек билдәле туристик маршруттарға илткән трасса халыҡ үтенесе буйынса дәүләт стандарттарына ярашлы тәртипкә килтерелә.
2023 йылдың аҙағына тиклем Ураҙмәт-Тавричанка, Ҡыпсаҡ-Асҡар-Красный Клин, Красный Клин -Тавричанка йүнәлешендә юл ҡатламы ремонтлана. Был йүнәлештәрҙә юлдарға тигеҙләүсе ҡатлам һалынып,юл ситтәре нығытыла, горизонталь юл билдәләре һыҙыла.Төҙөүселәр юлдың өҫкө ҡатламында былтыр дәүләт стандарттары буйынса индерелгән асфальт-битум ҡатнашмаһын түшәй. Составында ҡырсынташ, битум һәм башҡа ҡатнашмалар булған япма тиҙ ашалмай, һикәлтәләрҙе булдырмай. 16 саҡрымға талап ителгән асфальт-битум ҡатнашмаһын белгестәр алдан уҡ иҫәпләгән.
Һикәлтә, кәлейә аша үтеп йөрөүсе водителдәр, тап ошо йүнәлештә юлдар тәртипкә килеүенә ҡыуана.
Стәрлетамаҡ - Раевка автомобиль юлындағы ыңғай үҙгәрештәр төбәккә туристарҙы йәлеп итергә һәм юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеүгә булышлыҡ итер тип күҙаллана.
Проблемалы юлдарҙы ремонтлау программаһы 2023 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән тормошҡа ашырыла. Был исемлектә республика буйынса 52 юл участкаһы тәртипкә килтереләсәк.
Гүзәл Борханова