Өфөлә электросамокат менән идара итеү буйынса уҡыуҙар үткәрелә башланы

Күнекмәләр өсөн Ленин майҙанындағы «Сәғәт» фонтаны эргәһендәге биләмә һайланған. Тәү ҡарашҡа ябай күренгән транспорт сараһы менән идара итә белмәү - кешегә зыян килтереүе ихтимал. Марттан алып электросамокаттар ҡатнашлығында юл-транспорт вағиҡалары артыуы күҙәтелә. Транспорт сараһы башлыса бәлиғ булмағандар араһында популяр. Шуға күрә юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә лә үҙгәрештәр индерелгән.

Әлеге ваҡытта Өфөлә бер меңдән ашыу электросамокат иҫәпләнә. Ҡала буйлап йәйәүлеләр һәм автомобилдәр хәрәкәтенә ҡамасауламаһын өсөн ике тәрәгмәсле транспорт сараларына айырым парковка урындары билдәләнгән. Электросамокат менән ышаныслы идара идеү өсөн Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы уҡыуҙар үтергә саҡыра.