Өфөнөң иҫтәлекле урындары һәм тарихи объекттары менән танышыу өсөн мотоциклдарҙа сәйәхәт ойошторола

Баш ҡаланың ҡыҙыҡлы урындары аша үткән маршрутҡа 14 йәштән алып ҡушылырға мөмкин. Һауа шарттары рөхсәт иткән ямғырһыҙ көндәрҙә үткәрелгән экскурсия 3 сәғәттән ашыу дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Өфө оҙонлоғо буйынса Рәсәйҙә бишенсе урында һанала. 54 саҡрымға һуҙылған гүзәл баш ҡала Пермь, Яңы Уренгой, Волгоград, Сочи ҡалалары менән бер рәттә тора. Өфөнөң иҫтәлекле урындары менән танышыу өсөн мотоциклдарҙа экскурсия ойошторола. Ун туҡталыш ингән сәйәхәткә шәхсән йәки төркөм менән ҡушылырға була.

Мотоциклда экскурсия 14 йәштән рөхсәт ителә. Тәжрибәле гидтар тарихи объекттар һәм иҫтәлекле урындар менән таныштырып баш ҡала буйынса ҡыҙыҡлы маршрут тәҡдим итә.

Мотоэкскурсия һауа шарттары яҡшы булғанда ғына уҙғарыла. Ямғырлы йәки һыуыҡ көндәрҙә мототранспортта елдереү мөмкин түгел, шуға ла автобус экскурсияһы кәңәш ителә. Өс сәғәт ярым дауам иткән мотосәйәхәт юл тығындарын урап үтеп баш ҡалаға яңыса ҡарарға мөмкинлек бирә.

Флорида Ким