Баҡалы районында йәшәүсе оҫталар хужалыҡ эшен еңеләйтеү өсөн төрлө ҡоролмалар уйлап сығарған

Йорт хужалығы өсөн кәрәкле техника. Баҡалы районында йәшәүсе Марат Хәкимов менән Рәхимйән Саҙрыев хужалыҡ эшен еңеләйтеү өсөн төрлө ҡоролмалар уйлап сығарған. Хаҡлы ялда яратҡан шөғөлө менән ҡыҙыҡһынған уҙамандар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

«Урал» мотоциклы, «Москвич» автомобиле һам башҡа төрлө техника деталдәренән яңы агрегат. Баҡалы ауылында йәшәүсе ҡул оҫтаһы картуф үҫтереү процесын еңеләйтеү өсөн трактор уйлап тапҡан. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Марат Хәкимов үҙенең яратҡан шөғөлө - техника ҡороуға тотонған. Механизмдарҙы үҙе уйлап тапҡан.

Оҫта ҡуллы 6 сутый ерҙә картуф ултыртыу өсөн һабан, тупраҡ фрезаһы кеүек ярҙамсы агрегаттарҙы ҡуллана. Һуңынан «терпе» исемле механизм ярҙамында үҫентеләрҙе эшкәртә, ҡый үләндәрен утай. Көҙгөһөн картуф ҡаҙыу машинаһы эшкә сыға.

Марат Хәкимовтың хужалығында барлығы 20 төрлө агрегат иҫәпләнә. Трактор иһә - ауыл ерендә ҙур ярҙамсы. Үҙенең бәләкәй формаһы һәм еңел булғанлығы өсөн йәшелсә баҡсаһында йөрөү бер ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай. Хужалыҡ эштәрендә айырылғыһыҙ ярҙамсы 14 йыл хеҙмәт итә.

Баҡалы ауылы үҙ Кулибиндарына бай. Марат Хәкимовтың күршеһе Рәхимйән ағай ҙа үҙ ҡулдары менән эшләгән механизмдар менән маҡтана ала. Яңыраҡ ҡына ул йәшелсәләрҙе 3 метр тәрәнлектәге баҙға төшөрөү эшен еңеләйтеү өсөн ҡоролма уйлап сығарған. Ул ябай шөрөп борғос ярҙамында эшләй.

Рәхимйән Мәғәрүф улы техника менән ҡыҙыҡһыныуын умартасылыҡ кәсебе менән бергә алып бара. Хәҙер бал ҡыуғыс аппаратын ҡул менән әйләндереп ултыраһы түгел, бер төймәгә баҫыу ҙа етә.

Оҫтаханала һәр әйбер үҙ урынында. Тәртип яратҡан Рәхимйән ағай тап бында төрлө идеялар тормошҡа ашырыла. Әле оҫта ҡуллы уҙаман техника рәтен тренажер менән тулыландырырға теләй.

Әлфинә Килдейәрова