Республиканың Милли архивы «Башҡорт балы - Башҡортостан бренды» күргәҙмәһен әҙерләгән

Уның нигеҙенә ойошма фондындағы һәм Башҡортостандың бал ҡорто һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең уникаль документтары алынған. Экспозицияларҙа 19-сы быуат урталарында асылған ҡортсолоҡ заводы эшмәкәрлеге, белгестәрҙе уҡытыу буйынса мәғлүмәт тупланған. Шулай уҡ архив фойеһында татлы ризыҡ продукцияһы, китап-брошюралар, умартасы костюмы һәм ҡоролмалары бар. Күргәҙмә 5 октябргә тиклем эшләй.