«Башҡорт аты» атамаһы Роспатент тарафынан теркәлеп, дәүләт реестрына индерелде

Хоҡуҡтарҙы раҫлаусы таныҡлыҡтың тап «Башҡорт аты» Халыҡара фестивалендә тапшырылыуы ла оло әһәмиәткә эйә. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Указына ярашлы Икенсегә уҙғарылған күләмле сарала Йылҡысылыҡты, ат спорты мәктәптәрен үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми тикшеренеү институтының эш планы, бурыстары билдәләнде. Фестивалдә ҡабул ителгән мөһим ҡарарҙар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Баймаҡ районы Граф күле буйында ойошторолған мәртәбәле фестиваль «Башҡорт аты-милләт ҡото» тип исемләнгән музыкаль-хореография спорт тамашаһынан башланды. Сәхнә алдында «Ауҙарыш» ат спорты ярышының финалы, Мәргән уҡыусыларҙың күрһәтмә сығышы ла булды. Ярты мең һыбайлыны берләштергән ҙур парад барса халыҡтың иғтибарын йәлеп итте. Ҡатнашыусылар Географияһы ҙур. Быйыл фестиваль Халыҡара статус алды. Күләмле сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ете дәүләт, Рәсәй төбәктәренән килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләп, башҡорттар өсөн аттың ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне

Фестивалдең иң мөһим яңылығы. Башҡорт аты атамаһы юридик яҡлау тапты. Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт тарафынан дәүләт реестрына индерелде. Хоҡуҡтарҙы раҫлаусы таныҡлыҡ башҡорт атының уникаллеген дәлилләй. Йылҡысылыҡты үҫтереү, тоҡомсолоҡ эшен камиллаштырыу йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәсми ҡунаҡтар менән бергә башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үрсетеү буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Республикала яңы ғына булдырылған ғилми тикшеренеү институты алдында ҙур бурыстар ҡуйыла. Аттар өсөн Генетик паспорт булдырыла, киләһе ете йылға Селекция тоҡомсолоҡ эше буйынса республика программаһы әҙерләнәсәк. Ат спорты мәктәптәренә лә ярҙам саралары булдырыла. Әйткәндәй, фестиваль сиктәреедә Тоҡомло аттар күргәҙмәһе лә ойошторолғайны.

Башҡорт аттарын, Йылҡысылыҡты популярлаштырыу йәһәтенән төрлө фестивалдәр, ат спорты ярыштарының даими уҙғарылыуы ла мотлаҡ.

Башҡорт аты фестивале Районда ваҡиғалар туризмын үҫтереү йәһәтенән мөһим сара. Майҙанда милли уйындар, ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе, Халыҡ кәсептәре өлгөләре күргәҙмәһе ойошторолдо.

Былтыр фестиваль майҙансығы биш мең кешене ҡабул итһә, быйыл да халыҡ ағымы ҙур булды. Ат спорты ярыштарын ҡарарға республиканың төрлө райондарынан Башҡорт оҙон ғүмеплелеге проектында ҡатнашыусылар ҙа йыйылды. Өлкән йәштәгеләр ҡымыҙ бешеү серҙәренә лә өйрәнде.

«Башҡорт аты» фестивале сиктәрендә 17се тапҡыр ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы уҙғарылды. Баһалама комиссияһы ҡарары буйынса иң яҡшы ҡымыҙ Әбйәлилдеке тип танылды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Йәрмәкәй һәм Әлшәй райондары вәкилдәре уриаҡлашты.

Башҡорт аты фестиваленең иң сағыу тамашаһы булараҡ ат сабышы булды. Төп приз автомобиль Баймаҡ районында ҡалды. Шулай тимер атҡа Ырымбур өлкәһе командаһы лайыҡ булды. Ә инде Ылаҡ уйынында беренселекте Ҡаҙағстандың Костанай өлкәһе командаһы яуланы, етеҙҙәр бер миллион һум менән бүләкләнде,

Гөлназ Хәйбуллина