Башҡортостанда “Айғыр” поезы миҙгел башынан алып 24 меңгә яҡын пассажир ташыған

Уҙған йылғы ошо осор менән сағыштырғанда 45 процентҡа күберәк.  Тау экспресы “Урал легендаһы”  ҡышҡы турпоезының миҙгелле дауамы булып тора. Быйыл республика хөкүмәте эске туризмға субсидия бүлде - был төркөмдәрҙе ташыуға 50 процент ташлама бирергә мөмкинлек бирә. Уның менән быйыл   2 меңдән ашыу пассажир  файҙаланған.