Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә республика башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты.
Башҡортостанда әле иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәселгән майҙандарҙың өстән бер өлөшө урып-һуғылған. Ужым культураларын йыйыу теүәлләнә Стәрлетамаҡ һәм Ауырғазылар алдынғылар сафында. Улар 80 мең тоннанан ашыу иген урып алған.
Ҡатмарлы һауа шарттары, йәй башындағы ҡырау һәм ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан мул уңышҡа өмөтләнәбеҙ. Игенселәребеҙҙең юғары оҫталығы, техника һәм технологиялар мөмкинлектәренән сығып Башҡортостан икмәкһеҙ ҡалмай тип ҙур ышаныс менән әйтә алабыҙ тип белдергән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге яҙмаһында.