Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында донъя күргән. Указда Авдон ауылындағы "Башкирская" ҡошсолоҡ фабрикаһының юғары хәүефле грипп сығанағы булыуы таныла. 5 километр арауыҡта урынлашҡан ауылдар хәүеф биләмәһе булараҡ билдәләнә. Карантин осоронда, ауырыу сығанағында сирле ҡоштарҙы дауалау, фабрикаға дәүләт ветеринария хеҙмәте белгестәренән башҡа сит кешеләрҙе үткәреү сикләнә. Ҡош индереү йәки сығарыу, тауыҡтарҙы һуйыу, аҙыҡ һәм йыһаздар индереү, предприятие ихатаһына транспорт индереү һәм сығарыу шулай уҡ тыйыла.