Башҡортостан һәм Донецк халыҡ республикаһы хеҙмәттәшлекте нығыта

Радий  Хәбиров  Мәскәү өлкәһендә  "Армия 2023" хәрби-техник форумы  барышында  Донецк  республикаһы  башлығы  вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы  Денис  Пушилин менән осрашты.  Унда хеҙмәттәшлекте  үҫтереү мөмкинлектәре  ҡаралды. Күргәҙмәлә  Башҡортостан предприятиелары ла ҡатнаша.  Шулай уҡ  махсус хәрби операцияла  ҡулланылған  ҡорал һәм хәрби  техниканы  күрергә  мөмкин.