Өфө 5 арт-объект урынлаштырыуға контракт төҙөнө

"Башҡорт сәйе"н һынландырған объект Чернышевский  һәм Мостай  Кәрим урамдары  киҫешкән урында  була.  "Рәсәйҙең ҡара алтыны"  Мостай  Кәрим скверында урынлаша.  Ағиҙел яры буйын  "Сармат боланы" һәм  "Сарматтар хазинаһы - айыу" биҙәйәсәк.   Салауат Юлаев  баҡсаһында  "Ҡулдарҙан йөрәк" һыны  ҡуйыла. Арт-объекттар ноябрҙең 30-ына тиклем  урынлаштырылырға  тейеш.