Документ хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында урынлаштырылды. Указда Авдон ауылындағы «Башкирская» ҡошсолоҡ фабрикаһы юғары хәүефле грипп сығанағы булыуы таныла. 5 километр радиусында урынлашҡан ауылдар хәүеф зоналары булараҡ билдәләнә.
Карантин осорона ауырыу сығанағында сирле ҡоштарҙы дауалау, фабрикаға дәүләт ветеринария хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренән тыш сит кешеләрҙе үткәреү сикләнә. Ҡош индереү йәки сығарыу, инкубация йомортҡаларын, ҡоштарҙы төркөмдәргә айырыу, тауыҡтарҙы һуйыу, продукция сығарыу, аҙыҡ һәм йыһаздар индереү, ҡырылған ҡоштарҙың ҡаанат һәм мамығын йолҡоу, тауыҡтарҙы саф һауаға сығарыу, инкубацияға йомортҡа һалыу, предприятие биләмәһенә транспорт индереү һәм сығарыу шулай уҡ тыйыла.