Ҡәнзәфәр бей вариҫтары осрашты. Шишимә районы Түбәнге Хәжәт ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы үтте.
Сараға ошо ерлектә тыуып үҫкән һәм бөгөн төрлө тарафтарҙа йәшәүсе мең ырыуы вәкилдәре йыйылды. Байрам уңайынан һәр урам милли аш-һыу тулы өҫтәл, ҡул эштәре күргәҙмәһен ойошторған. Шулай уҡ ғаиләләр ете быуынға тиклем үҙҙәренең шәжәрәһен төҙөгән.
Осрашыу күңел асыу сараһы ғына түгел, йыйылышта телде, ауылдарҙы һаҡлау кеүек көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында фекер алышыу, уларҙы хәл итеү буйынса аныҡ тәҡдимдәр яңғыраны. Һаумыһығыҙ, ауылдаштар байрамы үҙешмәкәр артистар әҙерләгән концер менән тамамланды.