Теүәл фәндәр буйынса интенсив «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәгендә уҙа. Белем биреү сараһында республиканың төрлө-район ҡалаларынан һәм илдең икенсе төбәктәренән балалар килгән.
Физика һәм химия буйынса интенсив быйылғы йәйге программа сиктәрендә һуңғы. Быға тиклем үҫмерҙәр ҡытай теле, компьютер эше, пилотһыҙ аппараттар төҙөү һәм башҡа интенсивтарҙа ҡатнашҡан. Бындай сара 2019 йылдан бирле ойошторла, төп маҡсат - һәләтле балаларҙы тематик олимпиадаларға әҙерләү.