Радий Хәбиров Баймаҡта йәмәғәт биләмәләренең үҫеш мөмкинлектәре менән танышты

Радий Хәбиров Баймаҡ ҡалаһына эш сәфәре барышында йәмәғәт биләмәләренең үҫеш мөмкинлектәре менән танышты. Салауат Юлаев мәҙәниәт һәм паркын «Ирекле яр» проекты сиктәрендә яңыртыу ҡаралған. Уның концепцияһы быйыл Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе тип танылғайны. Парктың дөйөм майҙаны алты гектарҙан ашыу, өстән бер өлөшө заманса төҫ аласаҡ.

Балалар уйын һәм спорт майҙансыҡтары, сәхнә, ял зоналары барлыҡҡа киләсәк. Проектты тормошҡа ашырыуға яҡынса 72 миллион ярым һумлыҡ федераль грант бүленгән. Быға өҫтәп Республика 29 миллион һум, ә муниципаль ҡаҙна тағы ла өс миллион һум йүнәлтә.

Радий Хәбиров Баймаҡтың Үҙәк майҙанында ла булды. Йәмәғәт биләмәһе «Үҙгәрештәр еле» проекты сиктәрендә яңырыу кисергән. Төҙөкләндереүҙең икенсе этабына ярашлы, бында амфитеатр, аркалы сәхнә, ҡоро фонтан барлыҡҡа килгән, йәшелләндереү эштәре башҡарылған. Эскәмйә һәм урналар ҡуйылған.