Өфөлә Виктор Цойҙы иҫкә алалар

Бөгөн  "Башҡортостан" лайф-стайл үҙәге янындағы майҙанда концерт уҙғарыла. Артистар Виктор Цойҙың йырҙарын башҡара. Концерт бушлай күрһәтелә. Виктор Цой 1990 йылдың 15 авгусында вафат була. Уның иҫтәлегенә концерттар илдең башҡа ҡалаларында ла уҙғарыла.