Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылында күп функциялы спорт майҙансығы асылды

Проект президент гранттары фонды ярҙамы менән ғәмәлгә ашырылған. Мәсетле районына 420 мең һум субсидия бирелгән. Бынан тыш урындағы ҡорам ярты миллион һум, район хакимиәте 200 мең һум бүлгән. Спорт майҙансығын булдырыуҙа урындағы эшҡыуарҙар ҙа ярҙам күрһәткән.