Ковид-госпиталдәр йүнәлештәрен үҙгәртә

Туймазы ҡалаһындағы клиник-диагностика үҙәге эшмәкәрлеге коронавирус сиренә ҡаршы көрәш менән генә сикләнмәй. Учреждение корпустарында яңы бүлектәр асылған. Унда балалар ҙа, өлкәндәр ҙә төрлө йоғошло ауырыуҙарҙан дауаланыу үтә. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Кәбирә Билалова «ҡыҙыл зона»ла икенсегә дауалана. Инсульт кисергәндән һуң, йоғошло ауырыу тағы башын күтәрә. Медицина учреждениеһына килеп эләккәнде иҫләмәйем дә, ти ул. Тикшереүҙәр үтеп, бер аҙна дауалау курсы алғандан һуң хәле яҡшырған. Пациент һүҙҙәренә, табиптарҙың иғтибарлы һәм хәстәрлекле булыуы һауығыуҙы икеләтә тиҙләткән.

Бер үк палата Резида Маликова ла дауаланыу үтә. Бишбүләк районында йәшәүсе ханымды ике яҡлы пневмония диагнозы менән Туймазылағы ковид-госпиталгә йүнәлтәләр.

Былтыр апрелдә эшләй башлаған «ҡыҙыл зона»ла коронавирус инфекцияһы асыҡланған ике мең ярым пациент дауаланып сыҡҡан. Пандемияның ҡыҙыу осоронда медицина учреждениеһы көнөндә кәмендә 40 кешене ҡабул иткән саҡтары булған. Әле был бүлектә 38 койка-урын иҫәпләнә, уларҙың 25-ндә, шул иҫәптән реанимацияла пациенттар дауаланыу курсы ала.

Коронавирус пандемияһы баҫылыуы менән республиканың ковид- госпиталдәре эштәрен күп профилле режимға күсерҙе. Туймазылағы клиник-диагностика үҙәгендә былтыр майҙа инфекция бүлеге асылғайны. Быйыл июндән балалар бүлеге лә бында күсерелә. Хәҙер ете корпустың өсәүһе төрлө йоғошло ауырыуҙарҙан яфаланыусылар өсөн тәғәйенләнгән.

Яңы асылған балалар бүлегендә 9 айлыҡ Рианна ла дауаланыу үтә. Юғары температура менән дауахнаға эләккән ҡыҙ, бер-нисә көн эсендә тейешле ярҙам алып, үҙен яҡшы тоя. Баланың әсәһе фекеренсә, яҡты, иркен палаталар өйҙө хәтерләтә, шуға күрә бәләкәс табиптарҙан ҡурҡмай тын юлдарын тыңлаттыра.

Ҡурай формаһындағы үҙәктә башҡа инфекция ауырыуҙарына ҡаршы көрәш алып барыла башланыуы менән тиҫтәләгән пациент һауығып сыҡҡан. Әнүзә Харрасова ла ошо көндәрҙә өйгә ҡайтырға йыйына. Былтыр ул мәкәрле сир йоҡтороп «ҡыҙыл зона»ла дауаланыу үтә. Әле яңы эшләй башлаған йоғошло ауырыуҙар бүлегендә ковид-19 кисергәндән һуң сәләмәтлеген яҡшырта.

Тәжрибәле табиптар һәм шәфҡәт туташтары коллективы тәүлек әләнәһенә халыҡ сәләмәтлеге һағында Һуңғы арала коронавирус менән сирләүселәр кәмеүе күҙәтелә. Ләкин үҙ һаулығыңа һәр ваҡыт иғтибарлы булырға кәңәш ителә.

Госпиталдең төп үҙенсәлеге - һәр бүлектең автоном тәртиптә эшләүе. Инфекцияның бер корпустан икенсеһенә таралыу, йоғоу хәүефе юҡ. Күп профилле эш режимына күсеү менән «ҡыҙыл зона»ла сыныҡҡан табиптар башҡа төрлө йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы тора.

Әлфинә Килдейәрова