Таҙа һыу. Баймаҡ районы ирекмәндәре республикабыҙҙың тәбиғәт хазинаһы-Талҡаҫ күле ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмә ойошторҙо. Экология акцияһында төрлө предприятие һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары ҡатнашты. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
Район ғорурлығы булған Талҡаҫ күле йәйен ял итеү өсөн уңайлы урын. Һыу инеү миҙгеле асылғандан көҙгә тиклем унда халыҡ күп була, әммә ҡайһылары үҙҙәренең артынан ҡыйҙарын йыйып, тейешле урынға һалыуҙы кәрәк тип тапмай.
Өмәлә Сибай ҡалаһының водолаздары тарафынан һыу аҫтындағы 10 мең квадрат метр майҙан ҡыйҙан таҙартылды. Изге эштә шулай уҡ төрлө ойошма-учреждение хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы ирекмәндәре ҡатнашты.
Өмәнән һуң барлығы 150 тоҡ ҡый йыйылды. Экологик акцияла былтыр 70-кә яҡын кеше ҡатнашһа, быйыл улар- 100-ҙән ашыу. Райондың йөҙөк ҡашы булған Талҡаҫтың тирә яғын сүп-сарҙан таҙартыу, уның тағы ла йәмләнеп китеүенә булышлыҡ итте.
Альбина Байегетова