Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтендә уҡыусы сумкаһының ауырлығы буйынса аңлатма бирҙеләр

1-се-2-се класс уҡыусылары өсөн рюкзактың ауырлығы бер ярым  килограмдан, 3-сө-4-селәр өсөн 2 килограмдан артмаҫҡа тейеш. Рюкзактың арҡаһы ҡаты, һыу һеңдермәгән туҡыманан, киң ләмкәле, мотлаҡ яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар менән булыуы мөһим.  Мәктәп формаһы башлыса  тәбиғи туҡымаларҙан торорға тейеш.  “Алмаш аяҡ кейемен тәбиғи күндән, бәләкәй үксәлеһен һатып алыу яҡшы. Сифатҡа тап килеү тураһында документтарҙы һатыусы беренсе талап буйынса күрһәтергә бурыслы. “Намыҫлы билдә”ҡушымтаһы аша ла тикшерергә мөмкин, тип белдерәләр ведомствонан.