Башҡортостанда Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон туплана

Бөгөнгә 85 кеше ҡабул ителгән, хеҙмәт итергкә теләүселәр һаны арта бара, тип белдерҙе отставкалағы полковник Артур Йомағужин. Килеүселәрҙең уртаса йәше - 38-ҙән 45-кә  тиклем. Батальонға ҡушылырға теләүселәр Өфөлә, Дан Бульвары 6 адресы буйынса урынлашҡан штабҡа килә ала. Кандидаттар 55 йәштән өлкән булмауы, физик яҡтан ныҡ булыуы шарт. Башҡортостанда  Салауат Юлаев исемендәге беренсе батальон уҙған йылда тупланды. Ике батальон да  "Росгвардия" составында  була.