Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләнде

Рәсәй президенты  указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Уға ярашлы, Алһыу Ҡужбаева һәм Лина Насырова республика  юғары суды судьялары, Алеся Дмитренко- Әбйәлил, Таисия Кудряшова һәм Роза Хәсәнова- Бәләбәй, Индира Минәзова Салауат ҡала суды судьялары, Айҙар Ғәликәев, Лиана Гәрәева, Диана Савельева һәм Зөлфиә Хәмиҙуллина республика  арбитраж суды судьялары итеп тәғәйенләнде.