Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау федераль хеҙмәтендә уҡыусы портфеленең ауырлығы буйынса аңлатма бирҙеләр. 1-2-се класс уҡыусылары өсөн рюкзактың ауырлығы бер ярым килограмдан, 3-4-селәр өсөн 2 килограмдан артмаҫҡа тейеш. Рюкзактың арҡаһы ҡаты, һыуҙы кире ҡағыусы туҡыманан, киң элгесле, мотлаҡ яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар менән булыуы мөһим.
Мәктәп формаһының яртыһы тәбиғи туҡымаларҙан торорға тейеш. “Алмаш аяҡ кейеме”н тәбиғи күндән, бәләкәй үксәленән һатып алыу яҡшы. Сифатҡа тап килеү тураһында документтарҙы һатыусы беренсе талап буйынса күрһәтергә бурыслы. “Намыҫлы билдә”ҡушымтаһы аша ла тикшерергә мөмкин, тип белдерәләр ведомствонан.