Ғалимдар фекеренсә, тупраҡтың үҙенсәлегенә бәйле кеше органикаһы һаҡланмаған. Шулай ҙа урында күп һанлы керамика һауыт-һабалар, биҙәүес әйберҙәр табылған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Бронзанан ҡойолған ат, баш кейеменең биҙәүесе булыуы ихтимал. Уның менән гардеробтағы башҡа элементтар ҙа табылған. Бар ҡомартҡылар ҙа Борай районындағы археологик тикшеренеү эштәре барышында табылған.
Биҙәкләп, йә ябай көршәк булһынмы ул мөһим түгел. Ғөмүмән, ҡомартҡыларҙың табылыуы Башҡортостандың үткәнен күҙ алдына баҫтыра. Быуаттар туҙан ҡаплаған көнкүреш һәм биҙәүес әйберҙәргә, яҡынса күҙаллауҙар буйынса мең ярым йыл. Ә бына ҡәберлектә һөйәктәр һаҡланған.
Миҙгел тамамланғас та табылған әйберҙәргә ентекле анализ биреләсәк. Фәнни эште башҡорт ғалимдары, төбәк белгестәре менән бергә алып барыр тип көтөлә.
Археологик ҡаҙыныуҙар иртә яҙҙан башланып, тәүге ҡар яуғансы дауам итә. Урында студенттар ҙа практик белем ала. Былтыр мәҫәлән, ирекмәндәр ҙә ярҙамлашҡан. Шулай уҡ төбәк тарихына битараф булмағандар экскурссияларға ла йыш сыға.
Бөгөнгә тиклем 63 ҡурған табылған. Барыһы ла фәнни күҙлектән сығып баһаланған. Осраҡлы табылғандары ла юҡ түгел. Әлегеһенә белгестәр мәҫәлән, 2011 йылда юллыға. Тик өс йыл үткәс кенә тикшерә башлай. Быға тиклем археологтар бөгөн алып барылғанынан бер-нисә саҡрым алыҫлыҡта табылған ҡаласыҡты өйрәнгән. Шулай уҡ Башҡортостан тарихын байытырлыҡ мәғлүмәт туплаған.
Азат Ғәлиуллин