Рәсәй банкы төп ставканы 3 ярым пунктҡа күтәрҙе

Бөгөндән ул йыллыҡ 12 процентты тәшкил итә. Был ҡарар Үҙәк банктың сираттан тыш ултырышында хупланды. Белгестәр төп ставканы мөҙҙәтенән алда ҡайтанан ҡарауҙы доллар курсының кинәт артыуына бәйләй. Уҙған аҙна аҙағында ул 100 һумды уҙып киткәйне. Төп ставканы күтәреү тураһында хәбәр булғас та Рәсәй һумы бер аҙ нығына төштө. Ошондай уҡ саралар 2022 йылдың мартында күрелде. 24 февралдән һуң доллар курсы 120 һумға етте.Төп ставканы күтәреү инфляцияны туҡтатты, доллар курсы төштө.