Уртаса гектар ҡеүәте 20 центнер. Күрһәткес былтырғынан кәмерәк, әммә халыҡ икмәкһеҙ ҡалмаясаҡ, тип белдерә баҫыу уңғандары. Ураҡтан башҡа, ҡайһы бер райондарҙа ужым культураларын сәсеү башланып тора. Һуғып алынған иген күләме буйынса Стәрлетамаҡ хужалыҡтары алдынғылыҡ күрһәтә. Улар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина аралашты.
Музыка менән эшләүе күңеллерәк. Роман Агафонов комбайн штурвалы артында дүртенсе йыл. Хужалыҡта башта водитель булып эшләй, тик иген урыу техникаһы менән идара итеү тураһында балалыҡ хыялынан баш тарта алмай. Заманса комбайнға ултырмай ҙа булмай. Бында бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Эшләргә теләк кенә булһын.
Стәрлетамаҡ баҫыуҙарын ҡеүәтле техника иңләй. «Дружба» хужалығында 10 «Акросс» комбайны көн дә ураҡҡа сыға. Үҙебеҙҙә йыйылған машиналарҙың бер өлөшө лизингка алынған. Ойошма районда тәүгеләрҙән булып сәсеүгә сыға, тәүгеләрҙән булып ураҡты тамамлай. Быйылғы тотороҡһоҙ һауа торошо гектар ҡеүәтенә йоғонто яһаған, әлбиттә. Әммә агрономдар өмөтлө: халыҡ икмәкһеҙ ҡалмаясаҡ.
Быйыл ойошма һоло, арпа, борсаҡ ултыртҡан. Бойҙайҙы урып бөткәндән һуң, көнбағыш баҫыуҙарына күсмәкселәр. Баҫыу уңғандары һәр сыуаҡ көнөн файҙаланып ҡалырға тырыша, игендең бөртөгөн дә әрәм итмәй, ырҙын табаҡтарына ташый. Шуға ла баҫыуҙа эштең тынғаны юҡ.
Стәрлетамаҡ районында 103 мең тоннанан ашыу иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар урып йыйылған. Был Башҡортостандағы иң юғары күрһәткес. Ғөмүмән, әле республика игенселәре миллион тонналыҡ сикте үтте. Эш 40 процентҡа теүәлләнгән. Икмәк өсөн көрәштә игенселәр ал-ял белмәй эшләй. Быйылғы мул уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыу маҡсатын ҡуя.
Рәзилә Ғиниәтуллина