Бөгөнгә 85 кеше ҡабул ителгән, хеҙмәт итергкә теләүселәр һаны арта бара, тип белдерҙе отставкалағы полковник Артур Йомағужин. Килеүселәрҙең уртаса йәше - 38-ҙән 45-кә тиклем. Батальонға ҡушылырға теләүселәр Өфөлә, Дан Бульвары 6 адресы буйынса урынлашҡан штабҡа килә ала. Тиҙҙән республиканың төрлө район ҡалаларында штабтың 5 бүлексәһен асыу ҡарала. Кандидаттар 55 йәштән өлкән булмауы, физик яҡтан ныҡ булыуы шарт. Башҡортостанда Салауат Юлаев исемендәге беренсе батальон уҙған йылда тупланды. Ике батальон да «Росгвардия» составында була.