Радий Хәбиров ғәҙәттән тыш хәлдән зыян күргән Махачкала халҡына ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә ҡушты

Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ аграрийҙар алдында ужым арышы һәм бойҙайын сәсеү майҙандарын арттырыу бурысы ҡуя. Бөгөн ошо хаҡта аҙналыҡ кәңәшмәлә билдәләнде. Башҡортостан Башлығы ғәҙәттән тыш хәлдән зыян күргән Махачкала халҡына ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә ҡушты. Ошо һәм башҡа көнүҙәк темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

Башҡортостан газ-мотор яғыулығы станциялары һаны буйынса илдә икенсе урында. Экологик яғыулыҡҡа күсеү мәсьәләһәе аҙналыҡ кәңәшмәлә ҡаралды.

Һуңғы йылдарҙа төбәктә бындай төр станцияларҙы төҙөү йәнләнде, уларҙың һаны 51-гә еткән. Киләсәктә тағы 10 яңы станция барлыҡҡа киләсәк. Был маҡсатта федераль ҡаҙнанан 300 миллион һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Республикала 2030 йылға тиклем газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү программаһы эшләнә.

Әйтергә кәрәк, етештереү һәм ҡулланыу күләме буйынса иң ҙур газ-мотор яғыулыҡ станцияһы Өфө районының Жуково ауылында.

Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең Х форумы сиктәрендә уны асыу тантанаһы үтте.

Шул уҡ ваҡытта автозаправка станциялары хәүефһеҙлек талаптарын үтәлеше тикшереләсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Махачкалалағы фажиғәгә бәйле туғандаш дағстан халҡына ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Махачкалала автозаправка станцияһындағы шартлауҙа 115 кеше зыян күргән, шуларҙың 35-е һәләк булған.

Сибай тау- байыҡтырыу комбинатының киләсәге Ҡаҙағстан инвесторҙары менән хәл ителә. Әле Башҡортостан делегацияһы күршеләрҙә ҡунаҡта. Туғандаш халыҡ тау эшкәртеү проектына ҡыҙыҡһыныу белдергән. Заманса ысулдар менән экологияға зыян килтермәй эшләү буйынса проект Инвестиция сәғәтендә ҡараласаҡ.

Кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау буйынса көнүҙәк мәсьләләр тикшерелде. Шуларҙың береһе- бөтә фаптарҙы үҙәкләштерелгән системаға индереү.

Республикала урып-йыйыу эштәре ҡыҙыу бара. Бөгөн ауыл эшсәндәре мал аҙығы әҙерләүҙе, иген культураларын йыйыуҙы дауам итә һәм айырым хужалыҡтар ужым арышы һәм бойҙайын сәсеүгә төшкән. Бөтә төр культураларҙы йыйыу майҙандарҙың 30 процентын тәшкил итә. Майҙандың 70 проценттан ашыуын Борай районы аграрийҙары йыйған. Балтас, Ҡалтасы Илеш райондарында игенселәре лә алдынғы һыҙыҡта.

Туризмды балалар күҙлеге аша. Оператив кәңәшмәлә Өфө уҡыусыһы Арсений Ғәйнуллин һәм уның етәксеһе, коллегабыҙ Рөстәм Аҙнабаевҡа Башҡортостан Башлығы Рәхмәт хаты тапшырылды. 2022 йылда Арсений беренсе Халыҡ-ара балалар форумында «Волга буйында эшләргә кәрәк булған 100 әйбер» балалар тревел-шоуы проекты 1 миллион һумға баһаланған.

Кәңәшмәлә шулай уҡ күптән түгел Новосибирскиҙа пилотһыҙ авиация буйынса Архипелаг 2023 форумында ҡатнашып юғары һөҙөмтә күрһәткән Башҡортостан студенттары тәбрикләнде. Төбәк етәксеһе Башҡортостанда пилотһыҙ авиация дирекцияһы ойошторолоуы тураһында белдерҙе.

Рәмилә Исмәғилева