Башҡортостан 10-сы Халыҡ-ара «Технопром - 2023» форумында балалар өсөн фәнни уйын майҙансыҡтары концепцияһын тәҡдим итәсәк.
5 төрлө модулде сағылдырған концепцияға Бишенсе элемент исеме бирелгән. Бындай майҙансыҡта мәктәпкәсә йәштәге балалар өҫтәмә ысынбарлыҡ ярҙамында бөйөк асыштар менән танышасаҡ һәм фән тураһында тәүге белем аласаҡ. Бынан тыш, тыуған яҡты өйрәнеү, патриотик тәрбиә биреү йүнәлеше лә бар. Концепцияны уйлап табыусылар Инновацияларға булышлыҡ итеү фондынан 1 миллион һумлыҡ грант отҡан.