Башҡортостан игенселәре 1 миллион ярымға яҡын тонна уңыш йыйып алды

Иген һәм ҡуҙаҡлылар дөйөм майҙандың 40 процентында һуғылған. Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән, Шишмә, Илеш райондарында күрһәткестәр юғары. Республика хужалыҡтары алдағы йылда ужым баҫыуҙарын  ике тапҡырға арттырырға иҫәп тота. Был турала хөкүмәттә уҙған кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте  вице-премьеры – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт