Быйыл 8 мең 800 торлаҡ йорт һәм 303 бина файҙаланыуға тапшырылған тип хәбәр итәләр Статистика хеҙмәтенән. 6 айҙа миллион ярым квадрат метрҙан ашыу торлаҡ тапшырылған, был уҙған йылдың ошо осоронан 5,6 процентҡа күберәк. Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө буйынса ил төбәктәре араһында 8-се урынға сыҡҡан.