Был проекттарҙы инвесторҙар ғәмәлгә ашырырға әҙер. Сығымдарҙың бер өлөшө компенсациялана, бының өсөн киләһе йылда федераль ҡаҙнанан 300 миллион һум бүленә. Вице-премьер-Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдереүенсә, әле Башҡортостан газ яғыулығы станциялары һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында 2-се урында. Беҙҙә ошондай 51 станция бар.