Премьер-министр Михаил Мишустин Транспорт һәм Иҡтисади үҫеш министрлыҡтарына ошоно иҫәпкә алып башҡа төбәктәр өсөн тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Хөкүмәт рәйесе белдереүенсә, Башҡортостанда ҡабул ителгән ҡарарҙар алдынғы булып тора, инвесторҙарға ярҙам саралары ла дөрөҫ һәм төплө уйланылған. Беҙҙең республикала юл яны сервисын үҫтереү концепцияһына ярашлы өс йылда 330 яңы объект төҙөлдө, 400-ҙән ашыуы яңыртылды. Әле тағы 110 проект буйынса эштәр алып барыла.