Миллиард долларлыҡ тауар әйләнешенә ирешеү маҡаты бар, тип белдерҙе Ҡаҙағстан Индустрия һәм инфраструктура үҫеше министры Марат Ҡарабаев. - Үҫеш мөмкинлеге бар. Ул әле лә күҙәтелә. Ике республика араһында бәйләнештәр стратегик кимәлгә күтәрелә, -тине ул. Уҙған йылда Башҡоростан һәм Ҡаҙағстан араһында 440 миллион долларлыҡ тауар һатылған һәм һатып алынған.