Башҡортостан юлдарын камералар күҙәтә

  Яңы приборҙар Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта  59 урында ҡуйылды.  Әле республика юлдарында 1 мең 809 күҙәтеү комплексы урынлаштырылған. Камералар аварияларға төп сәбәптәрҙең береһе булған тиҙлек  арттырыу осраҡтарын да теркәй, тип хәбәр итәләр Юл  хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенән. Быйыл Башҡортостанда 2 меңдән ашыу  авария булған.  Уларҙа 209 кешенең ғүмере өҙөлгән.