Республикала тағы 20 газ яғыулығы станцияһы булдырыла

Был проекттарҙы инвесторҙар ғәмәлгә ашырырға әҙер. Сығымдарҙың бер өлөшө компенсациялана, бының өсөн киләһе йылда федераль ҡаҙананан 300 миллион һум бүленә. Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары- Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдереүенсә, әле Башҡортостан газ яғыулығы станциялары һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында 2-се урында. Республикала ошондай 51 станция бар.