Өфөлә Рәсәй Геройы, легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 124 йыл тулыуға арналған сара үтте.
Уның сиктәрендә патриотик йырҙары менән бергә, тарихи сығанаҡтарға таянып ижад ителгән әҫәрҙәрҙән өҙөк яңғыраны. Сарала яҙыусылар, төрлө йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре һәм Миңлеғәле Шайморатовтың туғандары ҡатнашты. Урында уҡ «Урал бөркөтө» исеме аҫтында китап күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Экспозицияла легендар генерал-майор тураһында яҙылған иҫтәлектәр, әҙәби әҫәрҙәр, ғилми хеҙмәттәр урын алды.