Өфөнән Запорожье һәм Донбасҡа гуманитар ылау оҙатылды

Сираттағы ылау ҡуҙғалды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Запорожье һәм Донбасҡа 34-се гуманитар ылау оҙатылды. Ярҙам унда йәшәгән халыҡ һәм республика яугирҙарына тәғәйенләнә. Колоннала 21 берәмек техника. Хәрбиҙәргә адреслы ярҙам Өфө ҡалаһынан, Асҡын районы, Бөрө, Октябрьский, Межгорье ҡалаларынан тупланған.

Йөк автомобилдәренә УАЗ, НИВА, ИЖ, Газель һәм ике Паз автобусы, квадрокоптерҙар, тепловизорҙар, шпалдар, тәгәрмәс резинаһы, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, посылкалар һәм башҡа әйберҙәр тейәлгән. Гуманитар ярҙам 9 хәрби часткә алып барыла.