Башҡортостандың Ауыл хужалығы министры Иглин эшсәндәренең ҡаҙаныштары менән танышты

Өфөнөң аҙыҡ-түлек келәте. Баш ҡала эргәһендә урынлашҡан райондар тураһында йыш шундай фекер ишетергә тура килә. Иглин районы ла шулар иҫәбендә. Төбәктә әле игенселек һәм малсылыҡ йүнәлешендә йылдам үҫеш күҙәтелә. Ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, иген культуралары мул ғына уңыш биргән. Мал аҙығы ла етәрлек күләмдә тупланған. Иглин эшсәндәренең ҡаҙаныштары менән хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов та яҡындан танышты. БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Ауыл хужалығы минстры Илшат Фәзрахмановтың урып-йыйыу барышы менән танышыуы «Ҡалтыман» хужалығы баҫыуҙарынан башланды. Был яланда һуғылған һолоноң гектар ҡеүәте 18 центнер тәшкил итә. Бынан тыш хужалыҡта ит етештереү өсөн эре малдар аҫрала. Хужалыҡ етәксеһе мал һанын 600 башҡа еткереп, һимертеү өсөн махсус фидлот төҙөү планы менән таныштырҙы.

«Агротех» эшсәндәре лә үҫтерелгән уңышты йәйге селләлә юғалтыуҙарһыҙ йыйып алырға тырыша. Хужалыҡта ярауай иген һуғыла. Гектарынан 20-25 центнер уңыш алына.

Илшат Хәйруллин етәкләгән «Алтын ҡош» ҡа иһә тиҙ өлгөрә торған бройлер тауыҡтарын күпләп үҫтереү тәҡдиме индерелде. Яңы асылған заманса цех та хеҙмәт етештереүсәнлеген юғарырак кимәлгә күтәрергә булышлыҡ итер, тип күҙаллана.

Районда ике роботлаштырылған ферма бар. Мизюк крәҫтиән-фермер хужалығында иһә Рәсәйҙә йыйылған роботтар ҡулланыла. Хужалыҡта һөт продукциялары сығарыла, сыр етештереү цехы ойошторолған. Иглинда етештерелгән аҙыҡ-түлекте Өфөлә һатыуҙа ҡыйынлыҡтар булмаясаҡ, тип белдерҙе Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары- ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Иглин районы етәкселеге ужым культуралары майҙанын арттырыу планы менән таныштырҙы. Хужалыҡ етәкселәре менән тармаҡты үҫтереү мөмкинлектәре барланды һәм дәүләт ярҙамы мәсьләләре күтәрелде. Иглин районы ауыл хужалығы эшсәндәре»Агро-Весна» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте кеүек ҙур пландар ҡороп, мул уңыш алыу маҡсатын ҡуя. Район ауыл хужалығы бүлеге мәғлүмәттәренә ҡарағанда ураҡ эшәтре йылдам бара, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы ла етәрлек күләмдә әҙерләнгән.

Гүзәл Борханова