Республикала быйыл 40 спорт залы төҙөкләндерелә

Уларҙың 22-һе әҙер, ҡалғандары яңы уҡыу йылы башланыуға тиклем сафҡа индереләсәк. Бының турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, ҙур ҡалала йәки бәләкәй ауылдарҙамы, балалар спорт менән шөғөлләнә алһын өсөн шарттар тыуҙырыу - мөһим бурыстарҙың береһе, тигән республика етәксеһе. Төбәктә «Һәр баланың уңышы» проекты уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы ремонт эштәре 2019 йылдан алып барыла. Төп маҡсат 2024 йылға тиклем 288 мәктәп һәм 33 мең уҡыусыны йәлеп итеү.