Өс йыл дауамында берәр миллион һумлыҡ ярҙам. Башҡортостанда бәләкәй медицина учреждениеларына юғары квалификациялы кадрҙар йәлеп итеү буйынса яңы төбәк программаһы эшләй башланы. Түләүҙәргә 2021 йылдан юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәр, шулай уҡ республикаға икенсе төбәктәрҙән килгән медицина хеҙмәткәрҙәре дәғүә итә. Программа шарттары менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ҡыҙыҡһынды.
Зифа Ғәлина Борай үҙәк район дауаханаһында балалар сәләмәтлеге һағында. Уның ҡарамағында иң ҙур участка - һигеҙ йөҙҙән ашыу бала. Йәш белгес юғары уҡыу йортон тамамлау менән тыуған яғына эшкә ҡайтҡан. Бер йыл эсендә кескәй пациенттар һәм уларҙың ата-әсәләре менән уртаҡ тел тапҡан.
Дауаханаға егерме меңдән ашыу кеше беркетелгән. Бәләкәй медицина учреждениеһы һанала. Был йәһәттән Зифа Ғәлина йәш белгес булараҡ республикала тормошҡа ашырылған яңы программала ҡатнашыу хоҡуғын ала. Өс миллион һумлыҡ ярҙам сараһы балалар табиптары, терапевтар, дөйөм практика белгестәре өсөн ҡаралған.
Программала Рәсәй граждандары ғына ҡатнаша ала. Белгестең маҡсатлы йүнәлтмә килешеүе буйынса башҡарылмаған йөкләмәләре булырға тейеш түгел. Быға тиклем башҡа төр ярҙам сараһын алмаған булыуы мотлаҡ. 2021 йылдан юғары уҡыу йортон тамамлап, районға эшкә ҡайтҡан табиптар һәм республикаға икенсе төбәктәрҙән килгән медицина хеҙмәткәрҙәре генә өс миллион һумлыҡ түләүҙәргә дәғүә итә ала.
Борай Үҙәк район дауаханаһы етәкселеге билдәләүенсә, беренсел медицина звеноһын көсәйтеүҙә яңы программаның өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Яңы төбәк программаһында 25 меңдән кәмерәк кеше теркәлгән медицина учреждениеһына эшкә ҡайтыусы белгестәр ҡатнаша ала. Исемлектә 24 дауахана
трж. Башҡортостанда кадрҙар дефицитына юл ҡуймау өсөн ҡабул ителгән саралар ил кимәлендә юғары баһалана. Республика медицина хеҙмәткәрҙәрен эшкә йәлеп итеү буйынса тәүге биш төбәк исемлегендә. «Ауыл фельдшеры»на өҫтәп, Хөкүмәт ярҙамында «Бәләкәй медицина учреждениеларына табиптар» тип исемләнгән яңы программа уңышлы тормошҡа ашырыла башланы
Медицина вуздарын яңы ғына тамамлаған йәш көстәр Кесе Ватанына ҡайтҡан осраҡта республика ярҙамына дәғүә итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та күп тапҡыр, шул иҫәптән студенттар менән осрашыуында ла Башҡортостанда яҡташтар өсөн үҫеш мөмкинлектәре киң булыуын билдәләне.
Для будущих врачей мы создаём комфортные условия работы и научной деятельности. Есть грантовые программы «Земский доктор» и «Земский фельдшер». С удовольствием примем вас на работу после завершения учебы.
Әлегә яңы программа менән Йылайырға ҡайтҡан табип-педиатр ҙа файҙаланған. Өс миллион һумлыҡ ярҙам алыуға башҡа үҙәк район дауаханаларынан да теләүселәр артыуы күҙәтелә. Барыһы ла Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған йәш белгестәр.
Гөлназ Хәйбуллина