Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһының республика бүлексәләре етәкселәре менән осрашты

«Берҙәм Рәсәй» Партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров берҙәм тауыш биреү көнө алдынан фирҡәнең урындағы активы менән осрашты. Республиканың район-ҡалаларынан килгән партия ағзалары бер нисә көн дауамында төрлө уҡыуҙар һәм тренингтар үтте, һайлау кампанияһы яңылыҡтары менән танышты, уртаҡ бурыстарҙы билдәләне. Осрашыу «Патриот» хәрби-патриотик паркында үтте. Партияның урындағы бүлексәләре башҡарма комитеты секретарҙары Радий Хәбировҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындарған һорауҙар бирҙе.