Был турала илдең Мәғариф министрлығы хәбәр итә. Яңы округ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге университет нигеҙендә ойошторола. Кадрҙар әҙерләү сифатын яҡшырыу, мәғариф өлкәһендә һөҙөмтәле тәжрибәләрҙе өйрәнеү маҡсаты ҡуйылған. Мәғариф министры Сергей Кравцов белдереүенсә, киләсәктә бөтә 89 төбәк берләштерелә. Был эш илдә белем һәм тәрбиә биреү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелә.